Хөрмәтле райондаштар, милләттәштәр, мосолман ҡәрҙәштәр, кеше ҡайғыһына битараф булмаусылар! 16 март кискә ҡарай Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәүсе Кинйәбулатов Искәндәр Рәсүл улының өйө янып китте. Ауылдаштары, янғын һүндереүселәр ярҙамы менән өйҙө һаҡлап алып ҡалдылар. Ләкин бик күп ремонт эштәре кәрәк. Ике йыл элек атаһы, оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәтенең водителе булып эшләүсе Рәсүл Рәфҡәт улы мәрхүм булды, Искәндәр бер үҙе йәшәй ине. Көҙҙән алып өйөнә ремонт эшләп, ҡыуанып ҡына йөрөй ине. Әлеге ваҡытта Искәндәр Баймаҡ ҡалаһындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында белем ала. Шул тиклем изге күңелле, ярҙамсыл егетте изге Рамаҙан айында ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ! Янғындан зыян күргән Искәндәр Рәсүл улына аҡсалата ярҙам итеүселәр өсөн ошо ссылка аша инеп аҡса күсерә алаһығыҙ messenger.online.sberbank.ru/sl/yySxd0j... (89625404635 сбербанк) "ПОМОЩЬ погорельцам" тип яҙыу мотлаҡ. Аңлап ҡабул иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт! Сауаптарын насип итһен!