Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Март , 09:20

Ағинәйҙәрҙә балалар ҡунаҡта

Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы үҙҙәренең якты, йылы бүлмәһендә "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте.

Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы үҙҙәренең якты, йылы бүлмәһендә "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте. Улар быйыл БР Башлығы грантында ҡатнаша һәм 910 меңлек аксаға төрлө милли кейемдәр тектерә, йыһаздар ала.

Беҙ милли боронғо башҡорт кейемдәренә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында ҡул эштәребеҙ менән таныштырҙыҡ, - тине "Шәфәҡ" ойошмаһы рәйесе Илүзә Йосопова. - Был осрашыу ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле булды, матур тәҫьораттар ҡалдырҙы. Балалар менән артабан да бергә эшләргә уйлайбыҙ.

Ағинәйҙәрҙә балалар ҡунаҡта
Ағинәйҙәрҙә балалар ҡунаҡта
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас