-4 °С
Болотло
Иҫке Сибайҙа махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған бүлек командиры кесе сержант Иҙрисов Урал Фазулла улы иҫтәлегенә бағышланған «Урал» милли йәйәнән уҡ атыу спорт клубын асыу тантанаһы үтте. Сарала Баймаҡ районы һәм ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты. Ауылда милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, уҡыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятыу, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Урал” клубы йылдан-йыл үҙ тирәһенә мәргәндәрҙе күберәк туплауын, был спорт төрөнөң ауылда киң танылыуын теләйбеҙ.