-4 °С
Болотло
Буранбай мәктәбендә МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ялға ҡайтыусы "Усла" һәм Фәимә Ғибат ҡыҙы менән осрашыу үтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылары менән һәр ваҡытта һалдаттарға ярҙам ебәреү ойоштора. "Усла" командиры, һалдаттар исеменән" Рәхмәт хаты" "тапшырҙы. . Илебеҙгә тыныслыҡ килһен ,"Усла" ҡайҙа йөрөһә лә имен - һау йөрөһөн Шулай уҡ осрашыуҙа Фәимә Ишморатова ла үҙенең волонтерлыҡ эше тураһында һөйләп үтте . Тыуған яҡтан барған күстәнәстәр, бүләктәр яугир егеттәребеҙ өсөн бик кәрәкле, мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Эштәрегеҙ уң, йөрөгән юлдарығыҙ һикәлтәһеҙ булһын , уңыштар һеҙгә ҡыҙҙар!
Зәкиә ҒӘЙЕТБАЕВА.