Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март , 14:20

Баймаҡта спортты үҫтереү өсөн

Баймаҡ районы  ГТО майҙансыҡтары төҙөүгә сертификатҡа эйә булды! Был Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы ярҙамы менән эшләнде. Республиканан бөтәһе 18 ғариза шундай  сертификатҡа эйә булды. Сертификат буйынса Салауат Юлаев исемендәге яңыртылған паркта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн заманса майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла,

Баймаҡта спортты үҫтереү өсөн
Баймаҡта спортты үҫтереү өсөн

Физик культураны һәм спортты үҫтереү  һәр ваҡыт мөһим мәсьәлә булып ҡала. Баймаҡ районы  ГТО майҙансыҡтары төҙөүгә сертификатҡа эйә булды! Был Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы ярҙамы менән эшләнде. Республиканан бөтәһе 18 ғариза шундай  сертификатҡа эйә булды.

Йыл һайын беҙҙең районда ГТО нормативтарын тапшырыу үткәрелә. Унда уҡыусылар, предприятие хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар һәм үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен тикшерергә һәм һаулығын нығытырға теләүселәр ҡатнаша, Был «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы маҡсаттарына тап килә. Былтыр 1864 кеше  ГТО тапшырыуҙа ҡатнашты, уларҙың 400-ҙән ашыуы айырма билдәләре алды. Сертификат буйынса Салауат Юлаев исемендәге яңыртылған паркта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн заманса майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла,

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас