-2 °С
Болотло
Башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, ҡурайсы, яҡташыбыҙ Буранбай ауылы егете Юнир Һағынбаев үҙенең Баймаҡ ҡалаһында уҙған концертына, махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләрен саҡырҙы.
Был мәрхүм яугирҙәребеҙҙең оло юғалтыу һәм ҡайғы кисергән, ярҙамға һәм йылы һүҙгә айырыуса мохтаж булған ғаиләләре өсөн ауыр уйҙарҙан әҙ генә булһа ла онотолоп тороу мөмкинлеге булды. Ғүмерен аямай илебеҙ һағына баҫҡан батырҙарыбыҙ мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә!
Юнир Һағынбаевҡа һәм уның ижади коллективына уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.