Йыш ҡына, янғын – ул осраҡлы хәл һәм унан бер кем дә страховкаланмаған, тигәнде ишетергә тура килә. Ләкин был дөрөҫ түгел. Күп осраҡта уға ғәмһеҙлек күрһәтеү һәм янғын хәүефһеҙлегенә яуапһыҙ ҡарау сәбәпсе була.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтмәү арҡаһында кеше йылдар буйы йыйған мөлкәтенән яҙа. Унан да ҡурҡынысырағы – утта балаларҙың зыян күреүе һәм ғүмерҙәренең өҙөлөүе. Янғында балиғ булмағандарҙың зыян күреүе – ата-әсәләрҙең намыҫында. Бәлә килгән осраҡта, улар ғүмер буйы шул һыҙланыу менән йәшәргә мәжбүр буласаҡ.
Янғын башлыса ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке тартыу, электр һәм газ ҡоролмаларының төҙөк булмауы, улар менән эш иткәндә һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү сәбәпле сыға. Электр һәм телефондарҙың көс йыйыу (зарядник) ҡоролмаларын, үтектәрҙе, телевизорҙы, компьютерҙы һүндерергә онотмағыҙ. Уларҙың төҙөклөгөнә даими иғтибар итегеҙ. Алкоголь тәьҫирендә тәмәке тартыу ҙа янғын сығыуға килтерә. Төпсөктәрҙе бер ваҡытта ла һүндермәй ташламағыҙ. Бынан тыш, мейестең төҙөк булмауы ла ҙур бәлә килтереүен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Йорттағы барлыҡ электр селтәрҙәре ваҡыт үтеү менән иҫкерә, туҙа. Шуға күрә лә уларҙы аҙаҡҡа ҡалдырмай, алмаштырып торорға кәрәк.
Янып ятҡан мейестән осҡон төшөү ихтималлығы ла бар. Шуға күрә, уның ауыҙын көпләп ҡуйырға кәрәк. Асыҡ ялҡын өҫтөндә кер киптерергә ярамағанлығын һәр кем аңлайҙыр, моғайын. Газдың сығыу-сыҡмауын тикшереү өсөн асыҡ ут ҡулланмағыҙ. Газ плитәһенә аш-һыу бешерергә ултыртып сығып китмәгеҙ.
Балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырып китеү үтә лә хәүефле. Улар шырпы менән уйнарға ярамағанлығын аңлайҙармы? Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: улар өсөн һеҙ, ата-әсәләр, яуаплы!
Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Мөмкинлек булһа, уны һәр бүлмәгә ҡуйыу мотлаҡ.
Йыл башынан республикала 470 техноген характерҙағы янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта 25 кешенең ғүмере өҙөлгән, 18 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Баймаҡ районында 13 янғын сығып, 3 кеше һәләк булған. Был күрһәткестәр араһында һеҙгә бәйле бәлә-ҡазаларҙың булыуын теләмәйбеҙ. Шуның өсөн дә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл күҙәтергә саҡырабыҙ.
Альберт Байымов,
“Көньяҡ-көнсығыш” янғынға ҡаршы отряд филиалы начальнигы.