Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттары насар булыу сәбәпле (ҡар, көслө ел, һепертмә буран, күреү мөмкинлеге сикле) республика юлдарында транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде.
Шулай итеп бөгөн, 11 мартта, 09:00 сәғәттән бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәтте ошо юлдарҙа туҡталды:
Бәләбәй – Ермолкин, 1 - 13 километрҙа (Бәләбәй районы);
Подлесный – Шаровка, 0 - 17 километрҙа (Бәләбәй районы).
Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67-204 километрында (Архангел һәм Белорет райондары) йөк һәм пассажирҙар транспортына хәрәкәт итеү тыйылды. Сикләү әлегә 12: 00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Һауа торошона бәйле сикләүҙәр ваҡыты үҙгәреүе лә ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Бындай һауа торошонда юлға сыҡмауығыҙ хәйерле.