Новости
11 Март , 04:40

Абитуриенттар күп буласаҡ

икән быйыл.  Был хаҡта республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина хәбәр итте. — 2008 йылда тыуым кимәленең юғары булыуы быйылғы ҡабул итеү кампанияһының төп факторы буласаҡ. Быйыл республикала 16,5 меңдән ашыу абитуриент (11-се класты тамамлаусылар) иҫәпләнә.  11-се класты тамамлаусыларға тик уңыштар теләге килә. БДИ-ны уңышлы тапшырырға һәм абитуриенттар күп булыуға ҡарамаҫтан хыял иткән уҡыу йортона инергә!

Был хаҡта республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина хәбәр итте.

— 2008 йылда тыуым кимәленең юғары булыуы быйылғы ҡабул итеү кампанияһының төп факторы буласаҡ, — тип белдерҙе Светлана Мостафина хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.  — Быйыл республикала 16,5 меңдән ашыу абитуриент (11-се класты тамамлаусылар) иҫәпләнә. 

Шул уҡ ваҡытта, уның әйтеүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттарында 2026 йылға урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындары күләме 17 424 урын тәшкил иткән, был  уҙған йылға ҡарағанда 3,2% күберәк. Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә, урта һөнәри белем биреү программалары буйынса бюджет урындары һаны арттырылған. 

Юғары һәм һөнәри белем биреү "Мәғариф" милли проектында ҡаралған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас