Новости
10 Март , 02:50

Тағы ла ҡыш булды

Бөгөн күптәр иртәнсәк машинаһын тоҡандыра алмауға зарлана. Темәстә, мәҫәлән, бөгөн -42 градус булған. Ә һеҙҙә нисек? Шул уҡ ваҡытта бөгөн төнөн тағы ла һыуығыраҡ буласаҡ тип фаразлана. 

Тағы ла ҡыш булдыТағы ла ҡыш булды
Тағы ла ҡыш булды

 Ҡыш бирешергә теләмәй! Календарь буйынса яҙ етһә лә, тәбиғәт үҙенсә ҡылана: республикала йә буран, йә ҡаты һыуыҡтар булып тора. «Башгидромет» синоптиктары яҡын көндәргә ентекле фараз бирҙе. 

10 март: Республикаға һыуыҡтар килә. Төнөн һауа температураһы урыны менән -33 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы -18, урыны менән -23 градус күрһәтәсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан, яуым-төшөм көтөлмәй. 

11 март: Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк! -33 градустан 0 градусҡа тиклем йылыта. Ҡар яуыуы ихтимал. Синоптиктар киҫәтә: буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә. 

Юлдарҙа бик һаҡ булығыҙ! Алыҫ сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуығыҙ хәйерле. Яҡындарығыҙҙы киҫәтергә онотмағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас