-23 °С
Болотло
Ҡариҙел районында өс машина менән юл фажиғәһендә биш кеше һәләк булған
Бөгөн 13:00 тирәһендә Ҡариҙел районында Бөрө-Таҙтүбә — Һатҡы трассаһының 72 -се километрында үлемесле авария теркәлгән. Өс автомобиль "Лада Приора", "Хендай Солярис" "Тойота Рав 4" төкөшкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел транспорт саралары водителдәре, шулай уҡ уларҙың өс пассажиры һәләк булған. Тағы ике кеше дауаханаға оҙатылған.