Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март , 11:40

Ҡарттар йортонда осрашыу

Билал ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы етәкселегендәге делегация Түбә ҡарттар йортонда булды. Беҙҙең был ҡарттар йортона тәүге тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел. Бынан бер нисә йыл элек тә Билал делегацияһы менән килеп ҡайтҡайныҡ. Беҙҙе күптән көтөп алынған ҡунаҡтар кеүек йылы ҡаршы алдылар.  Зәйнулла Әминев, Гөлшат Нурғалина башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасылар алҡыштарға күмде. Китапханасы Райхана Булатованың нәфис һүҙҙәре лә барыһының күңеленә хуш килде. Тәрбиәләнеүселәр араһында ла йырлаусылар бар икән. Гөлнур Баймөхәмәтова, Шайморат Ибраһимовтар байрам уңайынан үҙҙәренең йырҙарын йырланы. Йыр-моң тыңлағанда ололарҙың күҙҙәрендә моң-һағыш, күҙ йәштәре күреп күңел тетрәнде. Кисә һуңында мәғариф ветераны, ағинәй Ишһылыу Әминева, Һәмән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә Һибәтуллина - Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мурзина бешергән тәмлекәстәрҙе, бүләктәрҙе, кейем-һалымдарҙы һәр береһенә таратып сыҡты. Беҙ үҙебеҙ ҙә һәр төрлө бүләктәребеҙҙе, өй ризыҡтарын күстәнәскә тотоп барҙыҡ. Ололар бүләктәргә сабыйҙарса шатланып, күҙ йәштәре аша рәхмәттәрен еткерҙе. 

Ҡарттар йортонда осрашыу
Ҡарттар йортонда осрашыу

 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, Билал ауыл хакимиәтенең ветерандар Советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы етәкселегендәге делегация Түбә ҡарттар йортонда булды. Беҙҙең был ҡарттар йортона тәүге тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел. Бынан бер нисә йыл элек тә Билал делегацияһы менән килеп ҡайтҡайныҡ. Беҙҙе күптән көтөп алынған ҡунаҡтар кеүек йылы ҡаршы алдылар. Таҙа, яҡты, иркен бүлмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, йәшәүселәрҙең хәл-әхүәлен белештек, артабан ололар ашханаға йыйылды. Зәйнулла Әминев, Гөлшат Нурғалина башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасылар алҡыштарға күмде. Китапханасы Райхана Булатованың нәфис һүҙҙәре лә барыһының күңеленә хуш килде. Тәрбиәләнеүселәр араһында ла йырлаусылар бар икән. Гөлнур Баймөхәмәтова, Шайморат Ибраһимовтар байрам уңайынан үҙҙәренең йырҙарын йырланы. Йыр-моң тыңлағанда ололарҙың күҙҙәрендә моң-һағыш, күҙ йәштәре күреп күңел тетрәнде. Осрашыуҙа ҡатнашҡан һәр кем ололарҙың йәндәрендә ниндәй уй-тойғолар тыуыуын аңлап, уларҙы ауыр уйҙарҙан арындырыу өсөн бар көсөн һалды. Кисә һуңында мәғариф ветераны, ағинәй Ишһылыу Әминева, Һәмән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә Һибәтуллина - Фәриҙә Асҡарова, Гөлгөнә Асҡарова, Тәнзилә Мурзина бешергән тәмлекәстәрҙе, бүләктәрҙе, кейем-һалымдарҙы һәр береһенә таратып сыҡты. Беҙ үҙебеҙ ҙә һәр төрлө бүләктәребеҙҙе, өй ризыҡтарын күстәнәскә тотоп барҙыҡ. Ололар бүләктәргә сабыйҙарса шатланып, күҙ йәштәре аша рәхмәттәрен еткерҙе. Билал ауыл китапханаһы, Һәмән ағинәйҙәре биргән китаптар, гәзит-журналдарға ла һөйөндөләр. Ҡарттар йортоноң мөдир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәлиә Тимерйән ҡыҙы етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр ололарға өй мөхитен булдырыу, тәмле ашатыу, таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу өсөн бар көсөн һала, улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Осрашыуҙан риза булған ололар беҙҙе ишеккә тиклем оҙатып, тағы ла килегеҙ тип ҡул болғап ҡалды. Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ, ҡарттар йорто тәрбиәләнеүселәре беҙ алып барған өй ризыҡтары менән төшкө аш ашарға ҡалды. Машинаға ултырғас та һүҙ ялғанманы. Һәр кемебеҙ, әле генә һағыш тулы күҙҙәре менән беҙгә баҡҡан, кешеләрҙең иң ябай мөнәсәбәтенә, мәрхәмәтенә мохтаж булғандарҙы ҡабат күҙ уңынан үткәрҙе. Изге Рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Кесеһенә лә, олоһона ла тәүфиҡ, иман байлығы насип итһен. Был осрашыу һәр кемдең күңелендә изгелек һәм иғтибарҙың көсөн тағы ла нығыраҡ аңларға ярҙам итте. Беҙҙең киләсәктәге маҡсат — балаларҙы ярҙамсыл, тәүфиҡлы һәм иманлы итеп үҫтереү, уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һалыу. Ҡарттар йортонда үткәрелгән был осрашыу — ошо изге эшкә ҙур этәргес булды.

Райхана Булатова.

Автор:
Читайте нас