Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Март , 04:55

Полк имамының өлөшө бик ҙур

 Мерәҫ ауылында халыҡ  мәсеткә йыйылды. Был яңы мәсеттең төҙөлөшө тамамланып килә. Был изге эшкә Мерәҫ ауылында тыуған, полк имамы Хәмзә хәҙрәт  тә ҙур өлөш индергән.   Аллаһы Тәғәлә изге айҙа  доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, мәсеттәребеҙ яҡты уйлы кешеләр менән тулы булһын!

Полк имамының өлөшө бик ҙурПолк имамының өлөшө бик ҙур
Полк имамының өлөшө бик ҙур

Район башлығы Азамат Иҙрисов:

- Быйылғы Изге Рамаҙан айы минең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Мин ифтарға тигән бер саҡырыуҙы ла ҡалдырмаҫҡа тырышам, сөнки был бер табын артында  ризыҡ  бүлешеү генә түгел, ә бер үк ваҡытта туғанлыҡ һәм иман бәйләнештәрен нығытыу мөмкинлеге лә.   Мерәҫ ауылы халҡы бөтә теләүселәрҙе яңы мәсеттә йыйҙы. Мәсет төҙөлөштөң тамамланыу стадияһында, әммә уның буласаҡ бөйөклөгө бөгөн дә күренеп тора . Был изге эшкә Мерәҫ ауылында тыуған Хәмзә хәҙрәт тә үҙ өлөшөн индергән.   Мин Мерәҫ ауылында йәшәүселәрҙең барыһына ла изге эштәре, тырышлыҡтары һәм иман ныҡлығы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Аллаһы тәғәлә беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен һәм һәр йортҡа тыныслыҡ, именлек һәм бәхет килтерһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас