

Мәхмүтова Азалия Мәүлетдин ҡыҙы "Әсәлек даны " миҙалы менән бүләкләнде .Был Оло наградаға лайыҡ булыуы менән Азалия Мәүлитдин ҡыҙын ҡотлайбыҙ .Именлек -һаулыҡ , ғаилә именлеге ,йорт -ил тыныслығы теләйбеҙ . Өйөгөҙҙән бер ваҡытта ла балалар тауышы тынмаһын һәм балаларығыҙ уңыштары менән һәр саҡ ҡыуандырып ҡына торһондар . Азалия һәм Иштуған Мәхмүтовтарҙың ҙур ,татыу ғаиләһендә 6 бала үҫә .Уларға ата -әсәһе матур тәрбиә бирә . Мәхмүтовтарҙың өйҙәрендә , ихатаһында һәр саҡ тәртип ,таҙалыҡ .Балалар бәләкәйҙән эш эшләп үҫәләр .Илмир Урал аръяғы ауыл хужалығы колледжы студенты .Арсен Юлыҡ мәктәбенең 8-се класында ,Ләйсән 5 -се класта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп уҡыйҙар . Луиза ,игеҙәктәр Гөлназ һәм Ильназ балалар баҡсаһына йөрөйҙәр .Улар йырларға ,бейергә яраталар . Мәхмүтовтар ғаиләһе Юлыҡтың матур ғаиләләренең береһе . Азалия Мәүлитдин ҡыҙын 8 март халыҡ ара ҡатын -ҡыҙҙар көнө менән дә ҡотлайбыҙ ! Өйөгөҙҙөң ҡото ,балаларығыҙға терәк -таяныс булып ,бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ
"Әсәлек даны" миҙалы милли проектта ҡаралған.