Новости
6 Март , 09:40

Яҡташыбыҙға оло награда

Республиканың халыҡ артисы Минзифа Исҡужина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ҙур байрам уңайы алдынан уның фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн лайыҡлы награда тапшырылды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләне. Бер төркөм гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды.

Республиканың халыҡ артисы Минзифа Исҡужина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ил президенты Владимир Путиндың Указы буйынса уға «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырылды. “Юғары награданың байрам алдынан бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы”, - тип белдерҙе артист.

Яҡташыбыҙға оло награда
Яҡташыбыҙға оло награда
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас