

8 март та ҡар яуыуы, төндә урыны менән көслө буран сығыуы, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа: ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ; Температура: төндә -10.-15°, көндөҙ -7°-12°. 9-10 мартта аномаль һыуыҡ көтөлә (норманан 10-16° түбәнерәк); Температура: төндә -23°-28°, урыны менән -33° тиклем, көндөҙ -15°-20°; Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. 11 март көн йылына, ҡар, боҙлауыҡ, урыны менән буран буласаҡ. Ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы автомобилселәргә мөмкин булһа сәйәхәттән баш тартырға, тик ҡышҡы резинаны ҡулланырға, дистанцияны һаҡларға, автомобилдә һыу, аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр запасы һәм телефон өсөн зарядка алырға кәңәш итә.
Йәйәүлеләргә: һаҡ хәрәкәт итегеҙ, ныҡ булмаған конструкцияларҙы һәм ағастарҙы урап үтегеҙ; һауа торошона ҡарап кейенегеҙ.