Беҙҙең районыбыҙ Луганск өлкәһедәге «Барвинок» балалар баҡсаһы һәм Красный Луч ҡалаһының 4-се мәктәбе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Район башлығы Азамат Сәфәрғәле улы етәкселегендәге делегацияның сираттағы сәфәре был дуҫлыҡты нығытыуҙа тағы ла бер мөһим аҙым булды. Балалар ҡунаҡтарҙы иҫ киткес йылы ҡаршы алды, тулҡынландырғыс концерт әҙерләне, хатта башҡорт бейеүен башҡарҙы. Азамат Иҙрисов: "Беҙ бүләктәр алып килдек, улар балаларҙың тормошон бер аҙ уңайлыраҡ һәм сағыуыраҡ итер тип ышанабыҙ: балалар ултырғыстары, уҡыу һәм ял итеү өсөн принтерҙар һәм телевизор, канцелярия тауарҙары һәм уйынсыҡтар. Балаларҙың бәхетле күҙҙәрен күреү — беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк. Тап ошо илһамландыра һәм алға барырға көс бирә. Баймаҡ районының мәғариф бүлеге мәктәптәребеҙҙең һәм балалар баҡсаларының, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының барлыҡ педагогик коллективтарына ихлас рәхмәт белдерә. Һеҙҙең гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыуығыҙ был изге эшкә ҙур өлөш индерҙе", -тине.