Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Марта , 09:45

Ирекмәндәр ауыҙ астырҙы

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр ! Темәс ауылы мәсетендә, изге Рамаҙан айында, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән, беҙҙен "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмән ойошмаһы – коллектив ҡыҙҙары ифтар (киске ауыҙ асыу) ойошторҙоҡ. Мәжлесте үҙ көсөбөҙ менән, мөхәббәт һәм ҡунаҡтарҙы шатландырыу теләге менән әҙерләнек. Был изге кистә бер өҫтәл артына иң ҡәҙерле ҡунаҡтар – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙарыбыҙҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ ауылдаштарыбыҙ йыйылды. Һеҙҙе был изге көндәрҙә күреү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ раҙа йолаларын үтәп, киске намаҙ уҡыныҡ, ә ҡояш байыу менән ауыҙ асыу булды, ул барыһын да уртаҡ табын артында берләштерҙе. Доға ваҡыты айырыуса тулҡынландырғыс булды: тәрән рәхмәт хисе менән беҙ Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыныҡ һәм Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән бөтә һәләк булған егеттәрҙе иҫкә алдыҡ. Аллаһ уларҙың йәндәрен ҡабул итһен һәм уларға Йәннәт баҡсаларын насип итһен, ә ғаиләләренә – сабырлыҡ көс бирһен. Был бәрәкәтле кис беҙҙең ауылда яҡшы йолаға әүерелһен. Барығыҙға ла ныҡлы иман, ихлас доғалар һәм мәрхәмәт теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ураҙаны һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен. Йортоғоҙға тыныслыҡ һәм изгелек!

Ирекмәндәр ауыҙ астырҙыИрекмәндәр ауыҙ астырҙы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас