Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Март , 03:25

Эт тигәне бүре булған

Түбә ауылында йәшәүсе бер ҡатын малын ҡарар өсөн һарайына сыға. Шунда ул бер эттең ике һарығын тамаҡлап ятҡанын күрә. Эргәһендәге таяҡты алып уға ташлана. Тауышты ишетеп килеп еткән күршеләре уның эт түгел, ә бүре икәнен әйтә.

Түбә ауылында йәшәүсе бер ҡатын малын ҡарар өсөн ҡураһына сыға. Шунда ул бер эттең ике һарығын тамаҡлап ятҡанын күрә. Эргәһендәге таяҡты алып уға ташлана. Тауышты ишетеп килеп еткән күршеләре уның эт түгел, ә бүре икәнен әйтә. Бына шундай батыр йөрәкле ҡатын йәшәй Түбә ҡасабаһында. Малын ҡурсалап, ҡурмайынса таяҡ менән бүрегә ташланған.

- Һунарсылар был эш буйынса тикшереү уҙғарып, тейешле ҡарар сығарҙы, - тине Түбә ауылы биләмәһе башлығы Әлфирә Хәлитова.

Эт тигәне бүре булған
Эт тигәне бүре булған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас