Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Март , 12:05

Ҡар ҡасанға тиклем яуасаҡ?

Һаҡ булығыҙ! Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана. Бик кәрәк булмаған осраҡта юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы киләһе тәүлеккә һауа торошо тураһында хәбәр итте. Бөгөн төндә республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ республиканың көньяғында елдең секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Шаршамбы, 4 мартта, башлыса ҡар, төндә урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға, көндөҙ көньяҡта секундына 15 метрға етеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -2, -7°, төньяҡта -12°, көндөҙ +2, -3°, төньяҡта -8°.

Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында ҡар яуыуы, томан төшөүе фаразлана, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.

Ҡар ҡасанға тиклем яуасаҡ?
Ҡар ҡасанға тиклем яуасаҡ?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас