Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март , 19:50

География буйынса юғары һөҙөмтәләр

География буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призерҙарын ҡотлайбыҙ! 4-се лицей уҡыусылары Мөхәмәтйәрова Ләйсән менән Самарбаев Салауат ошо һынауҙа шәп һөҙөмтәгә өлгәште. Был уңыш-балаларҙың тырыш хеҙмәте, маҡсатҡа ынтылышы һәм таланты, шулай уҡ уларҙың остазының профессионализмы һөҙөмтәһе.  Балаларҙы географиянан уҡытҡан, олимпиадаға әҙерләгән Бәхтиева Миләүшә Әшираф ҡыҙына уҡыусыларҙың юғары әҙерлек кимәле, сабырлығы, ярҙамы һәм уларҙың көсөнә ышанысы өсөн ихлас рәхмәт әйтке килә. Ләйсән менән Салауатҡа артабанғы уңыштар, яңы еңеүҙәр һәм сағыу асыштар теләйбеҙ! Был һөҙөмтә ҙур ҡаҙаныштарға этәргес булһын!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас