Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Март , 04:35

Мерәҫтә яугирҙәр иҫтәлегенә

 Мерәҫ ауылының Аҡминде йылғаһы буйы халыҡтың күплеге, ҡаҙанда аш бешеүе, самауырҙар ҡайнауы менән һабантуй майҙанын хәтерләтте. "Айыҡ ауыл" республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ ауылында, "Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә" исемле сараның дауамы булып, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Рәхмәтуллин Айбулат Ишбулды улы иҫтәлегенә ат сабышы ярышы үтте. Ярышта Мерәҫтәрҙән тыш, 2- се Этҡол, Темәс, Таулыҡай, Түбәнге Нуғай, Үрге Нуғай, Аҡтау ауылынан да бәйгеселәр ҡатнашты. Ат сабышы ярышы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Рәхмәтуллин Айбулат Ишбулды улының иҫтәлегенә үткәрелгән ат сабышын ойоштороуға күп көс һалыусы ата - әсәһенә, ҡустыларына, якындарына, ғаиләһенә, ауыл хакимиәтенә, ярышта ҡатнашыусы бәйгеселәргә, ауылдаштарына рәхмәт. Илгә кәрәк саҡта иңдәрен ҡуйыусы яугирҙәребеҙҙе онотмайыҡ.

Мерәҫтә яугирҙәр иҫтәлегенәМерәҫтә яугирҙәр иҫтәлегенә
Мерәҫтә яугирҙәр иҫтәлегенә

Ҡыштың һуңғы көнөндә Мерәҫ ауылының Аҡминде йылғаһы буйы халыҡтың күплеге, ҡаҙанда аш бешеүе, самауырҙар ҡайнауы менән һабантуй майҙанын хәтерләтте. "Айыҡ ауыл" республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ ауылында, "Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә" исемле сараның дауамы булып, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Рәхмәтуллин Айбулат Ишбулды улы иҫтәлегенә ат сабышы ярышы үтте. Ярышта Мерәҫтәрҙән тыш, 2- се Этҡол, Темәс, Таулыҡай, Түбәнге Нуғай, Үрге Нуғай, Аҡтау ауылынан да бәйгеселәр ҡатнашты. Ат сабышы ярышы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Рәхмәтуллин Айбулат Ишбулды улының иҫтәлегенә үткәрелгән ат сабышын ойоштороуға күп көс һалыусы ата - әсәһенә, ҡустыларына, якындарына, ғаиләһенә, ауыл хакимиәтенә, ярышта ҡатнашыусы бәйгеселәргә, ауылдаштарына рәхмәт. Илгә кәрәк саҡта иңдәрен ҡуйыусы яугирҙәребеҙҙе онотмайыҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас