Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уята, боронғо спорт төрҙәренең береһе - уҡтан атыу ул. Башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмағандар өсөн, "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашып, еңеүгә дәғүә итеүсе, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында уҡтан атыу буйынса ярыш ойошторолдо. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Мәжитов Айҙар Рәис улы башҡорттарҙың элек- электән айыҡ тормош алып барыуҙары, 1812 йылдарҙа уҡ яуҙа башҡорттарҙың таҫыллы, сыҙамлы булыуҙары менән айырылып тороуҙары хаҡында ентекләп һөйләне. "1814 йылдың 31 мартында рус ғәскәрҙәре Наполеон ғәскәрен ҡыйратып, Францияның баш ҡалаһы Парижға инә һәм ошо ғәскәр составында 9 башҡорт полкы ла була. Шул иҫәптән, беҙҙең төбәктә ойошторолған 15- се башҡорт атлы полкыла ҡатнаша. Уның командиры Баймаҡ районы Таһир ауылынан Абдулла Сурағолов була. Александр 1- се ошо һуғыш барышында башҡорттарҙың ысынлап та айыҡ тормош алып барыуҙарын, иманлы булыуҙарые, урындағы халыҡты талау, йәберләү кеүек күренештәрҙән йыраҡ тороуын иҫәпкә алып, Сена йылғаһы буйында, Елисей яландарында үҙҙәренең тирмәләрен ҡорған башҡорт полкына Париж ҡалаһы урамдары буйлап тәртип урынлаштырыусы патруль эшен йөкмәтә. Ысынлап та улар айыҡ фекерле, айыҡ тормош алып барған яугирҙәр булалар. Тимәк, Башҡортостанда үткәрелгән " Айыҡ ауыл" конкурсы тиккә генә түгел, башҡорттар элек - электән сәләмәт, айыҡ, тормош алып барғандар, тарихи яҡтан айыҡ халыҡ булыуына Наполеон һуғышы дәүере асыҡ миҫал"- тине ул. Айҙар Рәис улы уҡтан атыу серҙәре менән ихлас бүлеште, мәргәнселәргә еңеү, Мерәҫтәргә уңыштар теләне. "Күмәкләгән яу ҡайтарған" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, уҡтан атыу ярышын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе Мәжитов Айҙар Рәис улына, ярышта ҡатнашыусыларға, көйәрмәндәргә, спосор ярҙамы күрһәтеүселәргә оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.