-4 °С
Ҡар
Пермь ҡотҡарыусылары Урал тауҙарында юғалған Башҡортостандан биш туристың өсәүһен тапты. Уларҙың икәүһе һәләк була. Өсөнсөһө ныҡ өшөү алған. 20 февралдә Өфөнән биш кеше ҡаргиҙәрҙә тауға күтәрелә. Улар 24 февралдә ҡайтырға тейеш була, әммә юғала. Пермь ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер эҙләү операцияһы ике йүнәлеш буйынса алып барыла: беренсе төркөм тере ҡалғанды медиктарға тапшырыуҙы тәьмин итә, ҡалғандар ике юғалғанды эҙләүҙе дауам итә. Урында 68 кеше һәм 59 берәмек техника, шул иҫәптән 34 ҡаргиҙәр эшләй. Вертолет менән дә эҙләйҙәр.