

Уҡсылар Бөрйəн районының Һарғая ауылына йыйылды. Ғəйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән Башҡортостан дəүлəт ҡурсаулығы милли спорт төрҙəрен йыйнаған "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" тип аталған бик əһəмиəтле сараға бына инде 10-сы йыл дуҫтарын йыя. Милли йəйəнəн уҡ атыу, ылаҡ, ауҙарыш, суҡмар ташлау, арҡан тартышыу кеүек бәйгеләр махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Ҡасимов Тимур Йәлил улының яҡты иҫтәлегенә арналды. Баймаҡ, Белорет, Өфө, Күмертау, Сибай, Учалы ҡалалары, Бөрйəн, Əбйəлил, Дəүлəкəн, Баймак, Көйөргəҙе, Учалы, Өфө, Белорет райондарынан йəмғəһе ярты тиҫтə уҡсы үҙ мəргəнлектəрен һанап ҡарарға баҙнат итте. Ярыштың ҡағиҙəлəре буйынса күңелебеҙгə яҡын булған килəһе башҡорт сəптəре ҡуйылды: – Дүрткүҙ (18 метр); – Көмбəҙгə тиҙ атыш (18 метр); – Тере һыу (25 метр); – Аждаһа (30 метр); – Һыбайлы (30 метр). Ошо сəптəргə 6 уҡ менəн ике тапҡыр атып дөйөм мəрəйҙəре буйынса еңеүселəр асыҡланды һəм Баймаҡ уҡсылары йəнə һынатманы. Шəхси беренлектə ир-егеттəр араһында: беренсе урын - Рахманғолов Ғəфүр (Үрге Яйыҡбай ауылы); икенсе урын - Өмөтбаев Тимур (Əхмəр ауылы). Командалар араһында ла ярыш ойошторолдо. Бөтəһе 10 команда көс һынашты. Баймаҡтар Башҡортостандың иң көслө команда булыуын иҫбат итеп беренсе урын яуланы.
Команда составы – Рахманғолов Ғəфүр, Мырҙағəлин Илфат, Өмөтбаев Тимур, Исрафилова Луиза.
Махсус бүлəктəр өсөн атышта Ниғəмəт ауылы мəргəне Ғатауллин Илшат еңеүсе тип танылды. Беҙҙең уҡсылар тиҙ генə "Бөрйəн ырыуы" команда төҙөп арҡан тартышып 3 урын алыуға өлгəште. Шулай уҡ ауҙарыш уйынында Темəс ауылы егете Байғужин Венер 65 килограмға тиклемге ауырлыҡта 1-се урын алды. Абсолют чемпион исеменə көрəштə лə мах бирмəй үҙенəн ауырыраҡ категориялағы чемпиондарҙы еңеп яулап тай отоп алды. Афарин, Баймаҡтар!!! Ярышты ойоштороусы Бөрйəн районы хаҡимиəтенə, Башҡортостан дəүлəт ҡурсаулығына һəм əлбиттə Бөрйəн районы уҡсыларына оло рəхмəттəребеҙҙе еткерəбеҙ. Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!! Батыр егет Ҡасимов Тимурҙың барлыҡ туғандарына, яҡындарына түҙемлек, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ телəйбеҙ. Батыр даны–мəңгелек! Тыныс йоҡла, яуғир!