

Ниғәмәт ауылы боҙ майҙансығында "Мөғәллимдәр"(уҡытыусылар) һәм"Дарман" ир-егеттәр вокаль ансамбле командалары араһында быйма менән хоккей ярышы үтте.Эйе , был күңелле лә, мауыҡтырғыс та уйынды бала саҡта кем генә үҙ итмәгән икән??? Был көндө хоккей коробкаһы гөрләп торҙо., командалар бик теләп ҡатнашты. Уйын бик көсөргәнешле һәм сәмле барҙы.Кемдер бала саҡтағы быйма кейеп хоккей уйнауын хәтергә төшөрһә, икенселәр өсөн саф һауала сәләмәтлеген нығытыуға бер сәбәп булды. Көйәрмәндәр уйынсыларҙы ихлас ҡеүәтләп, дәртләндереп торҙо. Һөҙөмтәлә "Мөғәллимдәр" көслөрәк булып сыҡты, "Дарман" дар ҙа ҡалышманы. Ир-егеттәр үҙҙәренең шәп уйынсы икәнен күрһәттеләр, "сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" икәнен тағын да бер тапҡыр иҫбатланылар.Барыһы ла уйындан шат һәм ҡәнәғәт ҡалып, дәртләнеп , күңелләнеп таралышты файҙалы саранан. Афарин , ауылыбыҙҙың әүҙем ир-егеттәренә!Ҡыҫҡаһы спорт һөйөүселәрҙе берләштергән, сәләмәт тормошҡа әйҙәгән саралар киләсәктә лә булып торһон,хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан, бәхеттән айырмаһын, һәр ваҡытта ла дарманлы, көслө рухлы, әүҙем, өлгөлө булып ҡалығыҙ!!!