+24 °С
Ямғыр


Түбә ауылында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының туған телде уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға арналған район семинары үтте. Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәптә урынлашҡан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға бағышланған музей кабинетында һәм «Ауылымдың тарихы. Еңеүгә алтын өлөш» музейында булды. Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған иншалар һәм хикәйәләр район конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләү көндөң иң сағыу өлөшө булды. Талантлы уҡыусылар лайыҡлы грамоталар, аҡсалата бүләктәр һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.