Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Февраль , 06:05

Самауырҙар йырлаһын, халыҡ моңо тынмаһын

"Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ ауылында  “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле байрам сараһы үтте. Ауылдың ғына түгел, Бәхтигәрәй ауылының да олоһон да, кесеһен дә "Йырлы самауыр" янына йыйҙы. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам итеү маҡсатында бөгөнгө “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы ойошторолдо. “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы бик күңелле тамаша булды.  Өҫтәл һый- хөрмәттән һығылып тора, самауырҙарҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша. Күңелле йырҙар, самауыр тирәләй күмәк бейеү ауылдаштарҙың ни тиклем ихласлығын, берҙәмлеген күрһәтте.  

Самауырҙар йырлаһын,  халыҡ моңо тынмаһынСамауырҙар йырлаһын,  халыҡ моңо тынмаһын
Самауырҙар йырлаһын, халыҡ моңо тынмаһын

"Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ ауылында бөгөн “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исемле байрам сараһы үтте. Ауылдың ғына түгел, Бәхтигәрәй ауылының да олоһон да, кесеһен дә "Йырлы самауыр" янына йыйҙы. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам итеү маҡсатында бөгөнгө “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы ойошторолдо. “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” исемле йәш ҡыҙҙар, килендәр һәм ҡәйнәләрҙең көйәнтәләп һыу алып килеү конкурсы бик күңелле тамаша булды. “Самауырым ҡайнаны, әҙер,сәй менән һыйлайым хәҙер” тип хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәйҙәре менән һыйланы уңған хужабикәләр. Өҫтәл һый- хөрмәттән һығылып тора, самауырҙарҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша. Күңелле йырҙар, самауыр тирәләй күмәк бейеү ауылдаштарҙың ни тиклем ихласлығын, берҙәмлеген күрһәтә. Байрам һуңында "Салауат Юлаев" һәм "Ирәндек" командаларының быймалы хоккей уйнауы менән тамамланды самауырлы байрам. Бөгөнгө байрамда бөтә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, артабан да берҙәм, татыу булайыҡ, һуғыштар тиҙерәк бөтөп, тыныс тормошта, тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын! 

Бындай саралар үткәреү "Мәҙәниәт" милли проектында ҡаралған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас