+21 °С
Болотло
Бөгөн район хакимиәтендә һигеҙ йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар бирелде. Бындай ҙур һәм әһәмиәтле тантанаға ата-әсәләр балалары менән бергә йыйылды.
- Шундай ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, быға тиклем эшләп килгән социаль программалар дауам итә, - тине район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов уларға сертификаттар тапшырып. – Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, ғаиләгеҙ ныҡлы булһын.
Әйткәндәй, 2007 йылдан эшләп килгән программа ярҙамында райондың 304 ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.