+21 °С
Болотло


Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы коллективы һәм студенттар МХО башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итә. Уларҙың антидрон плащтарына һорау бик ҙур. Хәҙер улар яугирҙәрҙең һорауы буйынса толстовкалар тегеп, алғы һыҙыҡҡа ебәрҙе. Был арымай-талмай эшләгән оҫталарҙың эш һөҙөмтәһе. Хәсәнова Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы маскировка селтәрҙәрен үреү менән генә сикләнмәй, ә толстовкалар тегеүҙә лә ярҙам итә. Халиҡова Гөлйемеш Сәлимйән ҡыҙы, Әхмәтшина Рәғиҙә Рәфҡәт ҡыҙы, Йәнбирҙина Айгөл Әхмәтйән ҡыҙы, Рәхмәтуллина Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы һәм Хужабиргәнова Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙы етәкселегендә студенттар ҙур эш башҡарҙы. Афарин!