+21 °С
Болотло


Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләне. Клуб мөдире Зәбирә Йәғәфәрова килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы һәм ирекмәндәрҙе берләштереп, 43 банка ит, шулай уҡ сөсө икмәк, сәк-сәк һәм бауырһаҡ бешерҙе.
- Был күстәнәстәр беҙҙең яугирҙәр ашаһын, өйҙәренең йылыһын тойһон һәм имен-аман әйләнеп ҡайтһын өсөн,- тине уңғандар.
Ишбирҙеләр бындай ярҙамды һәр саҡ әҙерләй. Афарин!