Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль , 20:50

Баймаҡ районы башлығы яугирҙәр янына юл алды

Азамат Иҙрисов 35-се гуманитар ярҙам менән юлға сыҡты. Ул был хаҡта: - Яугирҙәребеҙгә тыуған йортобоҙҙоң йылыһын һәм хәстәрлеген еткереү өсөн үҙем юлға сығам. Беҙ алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр һораған бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе алып барасаҡбыҙ: автомобилдәр, генераторҙар, бензобысҡылар, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, яҡындарынан шәхси посылкалар һәм башҡалар. Бынан тыш, ЛНР мәктәбе һәм балалар баҡсаһы балаларына ярҙам алып барабыҙ, улар менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был гуманитар ярҙам беҙҙең ил һаҡсыларына булған рәхмәтебеҙ. Ихлас хаттар яҙған балаларға ҙур рәхмәт! Еңеүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ярҙам йыйыу өсөн халыҡты берләштергән «Һаҡлаусы Фәрештә» һәм «Беҙ бергә» ирекмәндәренә рәхмәт. Беҙ берҙәм көс менән иңгә-иң терәшеп кенә геройҙарыбыҙ иҫән-һау ҡайтҡан көндө яҡынайтасаҡбыҙ. Беҙгә имен юл теләгеҙ!  Хәйерле юлдар бәҙгә! 

Яугирҙәребеҙгә тыуған йортобоҙҙоң йылыһын һәм хәстәрлеген еткереү өсөн үҙем юлға сығам. Беҙ алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр һораған бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе алып барасаҡбыҙ: автомобилдәр, генераторҙар, бензобысҡылар, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, яҡындарынан шәхси посылкалар һәм башҡалар. Бынан тыш, ЛНР мәктәбе һәм балалар баҡсаһы балаларына ярҙам алып барабыҙ, улар менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был гуманитар ярҙам беҙҙең ил һаҡсыларына булған рәхмәтебеҙ. Ихлас хаттар яҙған балаларға ҙур рәхмәт! Еңеүгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ярҙам йыйыу өсөн халыҡты берләштергән «Һаҡлаусы Фәрештә» һәм «Беҙ бергә» ирекмәндәренә рәхмәт. Беҙ берҙәм көс менән иңгә-иң терәшеп кенә геройҙарыбыҙ иҫән-һау ҡайтҡан көндө яҡынайтасаҡбыҙ.

Беҙгә имен юл теләгеҙ!  Хәйерле юлдар бәҙгә! 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас