+24 °С
Ямғыр
Кисә Баймаҡ ҡалаһында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ифтар ойошторҙо. Сараға өлкән быуын вәкилдәре: ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың ветерандары һәм почетлы граждандары саҡырылды.
Осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Ифтарға килеүселәр бик ҡәнәғәт ҡалды. Улар үҙҙәренең файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашты һәм район башлығына ошондай йылы ҡабул итеү өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.