

Әлиә Хәлил ҡыҙы Сәмәрханова «Йыл уҡытыусыһы – 2026» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында Баймаҡ районынан сығыш яһай. Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы – 2026» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы үтте. Был абруйлы ярышты башлау өсөн майҙансыҡ булып Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Ззманса геном үҙәге тора.
Баймаҡ районы намыҫын төбәк кимәлендә сағыу, талантлы һәм үҙ эшенә тоғро педагог Сәмәрханова Әлиә Хәлил ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының 2 -се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы яҡлай. Әлиә Хәлил ҡыҙы-конкурстың муниципаль этабының абсолют лауреаты. Уның профессионализмы, уҡытыуға инновацион ҡарашы һәм һәр уҡыусының йөрәгенә асҡыс табыу оҫталығы районда юғары баһа алды ла инде һәм хәҙер уның оҫталығы республика кимәлендә лайыҡлы баһаланасаҡ, тип ышанабыҙ.
Был конкурс "Мәғариф" милли проектында ҡаралған.