Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Ишбирҙе ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған Фирзән Вәли улы Тулыбаевтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Тәтек ҡоҙоғо янында ҙур күләмле сара үтте. Фирзәндең балалалыҡ , йән дуҫы, шәхси эшҡыуар, ошо сараны ойоштороусы Нурбулат Зөфәр улы Халиков булды. Нурбулат ауыл мәктәбендә "Герой партаһы"н асыу ниәте менән парта алып ҡайтып тапшырҙы.Ҙур сара тракторҙар парадынан башланып китте.Ауыл имам хатибы барлыҡ мәрхүм яугир егеттәребеҙ гә аят бағышланы.Ир егеттәр ике командаға бүленеп тракторҙар менән утын ташып, бысып, тейәп, арҡан тартышып, суҡмар ташлап,тракторҙар менән оҫта йөрөүгә ярыштылар. Шул уҡ ваҡытта шәхси беренселек өсөн атыш, гир күтәреү , балалар өсөн ярыштар үтте. Фирзән дең ата-әсәһе, туғандары, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өҫтәл әҙерләп, эҫе сәй, тәмле былау менән халыҡты ашатып торҙо.Ошо сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам иткән егеттәргә, ҡатнашыусы егеттәргә һәм дә бағымсы, ойоштороусы Нурбулат Халиковҡа, уның хәләл ефете Фирүзә киленгә ҙур рәхмәт.Еңеү хаҡына үҙ ғүмерен аямаған Фирзәндең исеме мәңгелек, беҙ һине онотмайбыҙ, иҫләйбеҙ.Бер кем дә батыр булып тыумай, әммә ғүмерен Тыуған иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған илһөйәрҙәр батырлыҡ ҡыла.
Ишбирҙеләр ҡаһарман улдарын һис ҡасан онотмаясаҡ ! Ауылдаштарҙың көсө - берҙәмлектә, батырҙарҙың даны мәңгелек!!!Тыныс йоҡла Фирзән, яугир батыр