Новости
24 Февраль , 03:30

"Һалдатҡа китә егеттәр үҙ илен һаҡлар өсөн"

Шундай һөнәр бар - Ватанды һаҡлау!

Китапханала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата тыуған ил алдындағы бурысын үтәп армиянан ҡайтыусы Маннапов Ильназ Фәнил улы, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында "Һалдатҡа китә егеттәр үҙ илен һаҡлар өсөн" исемле "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү үтте .
Ильназ Фәнил улы буласаҡ һалдаттарҙы армиялағы тәртип , казармалағы тормош менән таныштырҙы ."Спорт менән дуҫ булғандар һәм эш һөйгәндәр армияла юғалып ҡалмай һәм төрлө ауырлыҡтарға бирешмәй. Армия егеттәрҙе сыныҡтыра , ысын ир -егет яһай " -тип тамамланы ул һүҙен .
"Түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүселәргә әрме сафында хеҙмәт итеү ,Рәсәй ҡораллы көстәре тураһында төрлө һорауҙар бирелде .
Иң һуңғы хеҙмәт итеп ҡайтыусы һәм хәҙерге көндә Ватан һағында тороусы егеттәребеҙҙе һанап үттеләр .
Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир -егеттәребеҙ тураһында ла һөйләшеү үтте . Беҙ уларҙың еңеү менән иҫән -һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ .

Ауылыбыҙҙың барлыҡ ир-егеттәрен Ватан һаҡсылары көнө менән ҡотлайбыҙ !Ныҡлы һаулыҡ ,ғаилә именлеге ,йорт -ил тыныслығы ,эшегеҙҙә ,уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ !

Дилбәр Маннапова, китапханасы

"Һалдатҡа китә егеттәр үҙ илен һаҡлар өсөн"
"Һалдатҡа китә егеттәр үҙ илен һаҡлар өсөн"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас