Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Февраль , 09:00

Иҫке Сибайҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ярыш

Иҫке Сибай ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ир-егеттәр командалары араһында хоккей буйынса турнир үтте. Турнир ысын батырлыҡ һәм рух көсө байрамына әүерелде,  тамашасыларға мауыҡтырғыс мәл бүләк итте. Ярышта Әбйәлил районының «Ахай», Баймаҡ, Ниғәмәт, Иҫке Сибай командалары ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәләре түбәндәгесә: 1 -се урын Баймаҡ ҡалаһы командаһы, 2-се урын Әбйәлил районының «Ахай» командаһы, 3 - сө урын Иҫке Сибай ауылы командаһы. Номинацияларҙа: "Иң яҡшы ҡапҡасы " тип Григорий Сагеев танылды, "Иң яҡшы һөжүмсе" - Фәттәхов Илмир. Йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаевҡа һәм турнирҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән һәм ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул иткән ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе.  Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ! Ҙур ҡаҙаныштар, яңы спорт үрҙәре теләйбеҙ!

Иҫке Сибайҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ярышИҫке Сибайҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ярыш
Иҫке Сибайҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ярыш

 Иҫке Сибай ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ир-егеттәр командалары араһында хоккей буйынса турнир үтте. Турнир ысын батырлыҡ һәм рух көсө байрамына әүерелде,  тамашасыларға мауыҡтырғыс мәл бүләк итте. Ярышта Әбйәлил районының «Ахай», Баймаҡ, Ниғәмәт, Иҫке Сибай командалары ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәләре түбәндәгесә: 1 -се урын Баймаҡ ҡалаһы командаһы, 2-се урын Әбйәлил районының «Ахай» командаһы, 3 - сө урын Иҫке Сибай ауылы командаһы. Номинацияларҙа: "Иң яҡшы ҡапҡасы " тип Григорий Сагеев танылды, "Иң яҡшы һөжүмсе" - Фәттәхов Илмир.

Йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаевҡа һәм турнирҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән һәм ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул иткән ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе.  Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ! Ҙур ҡаҙаныштар, яңы спорт үрҙәре теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас