

Халыҡтар берҙəмлеге йылына арналған Күмертау ҡалаһы башлығы кубогына милли йəйəнəн уҡ атыу асыҡ турнир уҙҙы. 2 йыл рəттəн ойошторолған сараға һауа торошоноң буранлы булыуына ҡарамай 40-ҡа яҡын уҡсы йыйылды. Баймаҡ районы исемен яҡлап ни бары 3 уҡсы ғына барҙы һəм тап төшөрмəнелəр. Лайыҡлы сығыш яһап ир-егеттəр араһында барлыҡ призлы урындарҙы яулап пьедестал баҫҡысына менеп баҫтылар.
1-се урын - Ғəфүр Рахманғолов;
2-се урын - Илфат Мырҙағəлин;
3-сө урын - Илдус Ибраһимов.
Шулай уҡ командалар араһында 2-се урын алыуға өлгəштелəр. Тиҙ атыш буйынса ярышып Илфат Мырҙағəлин 1-се урынға сыҡты. Иң дөрөҫ милли кейем өсөн Ибраһимов Илдус бүлəклəнде. Афарин, уҡсылар! Артабан да шулай уңыштар йылмайһын. Ятып ҡалғансы–атып ҡал!