Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль , 14:00

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле фельдшерҙар!

Беҙҙең районда 56 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, 73 квалификациялы фельдшер намыҫлы хеҙмәт итә.  Уларҙың һәр береһе үҙ һөнәренә тоғро һәм халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа ышаныслы ярҙамсы булып тора. Һөнәренә тоғролоҡ миҫалдарының береһе - Иҫәнбәт ауылынан фельдшер Илүзә Марат ҡыҙы Кәримова. Ул ҡырҡ йылдан ашыу  халыҡтың һаулығы тураһында хәстәрлек күрә. Хеҙмәт оҫталығы менән барыһының да абруй-хөрмәтен ҡаҙанған ул. Илүзә Марат ҡыҙы игелеге, ярҙамсыллығы менән айырыла. Ул шулай уҡ хәстәрлекле ҡатын, яратҡан әсәй һәм матур йорт хужабикәһе. Бөгөн, Рәсәй фельдшерҙарының һөнәри байрамы көнөндә Баймаҡ фельдшерҙарын ихлас ҡотлап, иң изге теләктәр юллайбыҙ. 

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле фельдшерҙар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле фельдшерҙар!

Фельдшер - тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һәм теләһә ниндәй һауа шарттарында ярҙамға килергә әҙер булған алыштырғыһыҙ медицина хеҙмәткәре.

Беҙҙең районда 56 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, 73 квалификациялы фельдшер намыҫлы хеҙмәт итә.  Уларҙың һәр береһе үҙ һөнәренә тоғро һәм халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа ышаныслы ярҙамсы булып тора.

Һөнәренә тоғролоҡ миҫалдарының береһе - Иҫәнбәт ауылынан фельдшер Илүзә Марат ҡыҙы Кәримова. Ул ҡырҡ йылдан ашыу  халыҡтың һаулығы тураһында хәстәрлек күрә. Хеҙмәт оҫталығы менән барыһының да абруй-хөрмәтен ҡаҙанған ул. Илүзә Марат ҡыҙы игелеге, ярҙамсыллығы менән айырыла. Ул шулай уҡ хәстәрлекле ҡатын, яратҡан әсәй һәм матур йорт хужабикәһе. Бөгөн, Рәсәй фельдшерҙарының һөнәри байрамы көнөндә Баймаҡ фельдшерҙарын ихлас ҡотлап, иң изге теләктәр юллайбыҙ. 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас