Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Февраль , 05:25

Лайыҡлы улдар тәрбиәләгән атай

Ғүмәр ауылынан Миңлевәли Ғәйнислам улы Исчурин байрам алдынан «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалына лайыҡ булды. Миңлевәли Ғәйнислам улы ысын ер хеҙмәтсәне: шофер, комбайнсы, инженер-механик һәм Карл Маркс исемендәге колхозда 30 йыллыҡ стажы булған бригадир. Ул биш улын лайыҡлы тәрбиәләй, уларҙың икәүһе  батырҙарса үҙ илен һаҡлай. Өлкән улдары Динис Исчурин, мотоуҡсылар ротаһы командиры, Чечен һәм Украиналағы ике локаль һуғыш геройы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Динис үлгәндән һуң «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. «Гром» позывнойлы ул хәҙер алғы һыҙыҡта сержант булып хеҙмәт итә һәм үҙенең батырлығы өсөн «Миналарҙы юҡ иткән өсөн», «II дәрәжә батырлыҡ өсөн» һәм «Разведкала хеҙмәт иткән өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Миңлевәли Ғәйнислам улының бөтә улдары ла Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәтен намыҫ менән үтә һәм ихтирамға лайыҡ була. Афарин, шундай шәп атайҙарға һәм улдарға!

Лайыҡлы улдар тәрбиәләгән атайЛайыҡлы улдар тәрбиәләгән атай
Лайыҡлы улдар тәрбиәләгән атай

Ғүмәр ауылынан Миңлевәли Ғәйнислам улы Исчурин байрам алдынан «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалына лайыҡ булды. Миңлевәли Ғәйнислам улы ысын ер хеҙмәтсәне: шофер, комбайнсы, инженер-механик һәм Карл Маркс исемендәге колхозда 30 йыллыҡ стажы булған бригадир. Ул биш улын лайыҡлы тәрбиәләй, уларҙың икәүһе  батырҙарса үҙ илен һаҡлай.

Өлкән улдары Динис Исчурин, мотоуҡсылар ротаһы командиры, Чечен һәм Украиналағы ике локаль һуғыш геройы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Динис үлгәндән һуң «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

«Гром» позывнойлы ул хәҙер алғы һыҙыҡта сержант булып хеҙмәт итә һәм үҙенең батырлығы өсөн «Миналарҙы юҡ иткән өсөн», «II дәрәжә батырлыҡ өсөн» һәм «Разведкала хеҙмәт иткән өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Миңлевәли Ғәйнислам улының бөтә улдары ла Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәтен намыҫ менән үтә һәм ихтирамға лайыҡ була. Афарин, шундай шәп атайҙарға һәм улдарға!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас