-5 °С
Болотло
Краснокама районында Башҡортостан һәм Удмурт республикаларында стационар учреждениеларҙа социаль хеҙмәт алыусыларҙың унынсы асыҡ ҡышҡы спорт фестивале үтте. Ул Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналды. Фестивалдә 23 учреждение ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә Темәс психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Оксана Матвеева – икенсе, Айгөл Түвәнәева менән Разифа Хәкимова өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Саңғысыларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!