Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Февраль , 10:05

Иң шәп ҡурайсылар билдәләнде

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге «Илемде данлай ҡурай» төбәк-ара конкурсы үтте. Быйыл конкурс республиканың Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, шулай уҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан йәш музыканттарҙы йыйҙы. Гран-приға Ғайса Юланов лайыҡ булды. «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында еңеүсе йәш виртуоз Исмәғил Рәхимғолов тамашасыларға күңел рәхәтлеге бүләк итте. Афарин!

Иң шәп ҡурайсылар билдәләндеИң шәп ҡурайсылар билдәләнде
Иң шәп ҡурайсылар билдәләнде

Йыл һайын үткәрелгәнең бәйгенең маҡсаты – ҡурайҙы пропагандалау, башҡорт халыҡ музыка ҡоралында уйнау оҫталығын үҫтереү, шулай уҡ һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Быйыл конкурс республиканың Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, шулай уҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан йәш музыканттарҙы йыйҙы. Ҡатнашыусылар ике йәш төркөмөндә (12 йәшкә тиклем һәм 12-16 йәшлектәр) сығыш яһаны. Бәйгелә йәмғеһе 70-кә яҡын ҡурайсынан торған ете ансамбль, шулай уҡ 31 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты.

Гран-приға Ғайса Юланов лайыҡ булды. «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында еңеүсе йәш виртуоз Исмәғил Рәхимғолов тамашасыларға күңел рәхәтлеге бүләк итте.

Иң шәп ҡурайсылар билдәләнде
Иң шәп ҡурайсылар билдәләнде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас