+21 °С
Болотло
Ҡуянтау ауылы мәктәбендә уҡытыусы иҫтәлегенә Герой Партаһын астылар Уны махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған Айрат Ямлихинға бағышланы. Тантанала яугирҙең туғандары, коллегалары, дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Герой партаһын асыу хоҡуғы яугирҙең улы Илгиз Айрат улына һәм юнармеецтарға бирелде. Парта артына беренсе булып "Мин хәтерләйем. Мин Ғорурланам" муниципаль конкурсының еңеүселәре Вилүр Дәүләтшин Һәм Полина Зайцева. Мәңгелек дан яугир-уҡытыусыға!