Бөгөн кис, ин шәә Аллаһ, мосолман илдәрендә күкте күҙәтәсәктәр. 1) Әгәр бөгөн күктә яңы ай тыуғаны күрелһә, тимәк, Рамаҙан айы бөгөн кис башланған һанала. Һәм бөгөн, 17 шаҡай (17 февраль), беренсе тәрәүих намаҙына баҫабыҙ. Иртәгә иһә, 18 шаҡай – тәүге ураҙа көнө буласаҡ, ин шәә Аллаһ. 2) Әгәр бөгөн яңы ай тыуғаны иҫбатланмаһа, тимәк, Рамаҙан айы иртәгә кис инәсәк. Йәғни, 18 шаҡай (18 февраль) кис беренсе тәрәүих уҡыласаҡ, ә 19 шаҡай иһә (19 февраль) – беренсе ураҙа көнө буласаҡ, ин шәә Аллаһ. Башҡортостанда, ҡыҙғанысҡа күрә, айҙы күҙәтеүсе махсус рәсми ойошма юҡ. Шуға күрә беҙ икенсе мосолман илдәренән килгән рәсми хәбәрҙәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Ғәҙәттә – Мәккә-Мәҙинә яҡтарынан. Каналда ла иғлан һалырбыҙ, ин шәә Аллаһ. Аллаһ Раббыбыҙ беҙҙең бөтәбеҙгә лә имен-аман Рамаҙан айын ҡаршыларға насип итһен һәм был изге айҙы лайыҡлы итеп үткәрергә ярҙам итһен, беҙҙе изге эштәргә йүнәлтһен, гонаһ эштәребеҙҙе ярлыҡаһын ине! Тәүфиҡ тә, һиҙәйәт тә – Аллаһтан!
© t.me/dinigilem