Новости
16 Февраль , 06:25

Батыр яугиргә арнап

Афғанстанстандан беҙҙең ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙың 37 йыллығына һәм махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә арналған йөҙөү буйынса район беренселеге үтте. Сараны асыу тантанаһында Тимерйән Рәжәп улының туғандары яугир тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Бындай сараларҙы ойоштороу һәм уларҙа ҡатнашыу - Тыуған иле өсөн үҙен аямаған ысын ир-егеттәребеҙгә хөрмәт һәм рәхмәт белдереү ул. 

Батыр яугиргә арнапБатыр яугиргә арнап

Ярыш көсөргәнешле лә, күңелле лә барҙы. Еңеүселәр итеп 2018 йылғы малайҙар араһында: Андраник Мкртчян, Рөстәм Абдуллин (Баймаҡ); 2018 йылғы ҡыҙҙар араһында: Дарья Сибаева (Сибай), Сафия Раева, Эмилия Ғәбитова (Баймаҡ); 2016-2017 йылғы малайҙар араһында: Эмиль Байморатов, Эдгар Ғарифуллин, Радим Сөләймәнов (Баймаҡ); 2016-2017 йылғы ҡыҙҙар араһында: Маргарита Бычкова (Сибай), Азалия Буранбаева, Самира Ибраһимова (Баймаҡ); 2014-2015 йылғы малайҙар араһында: Илмир Абдуллин, Семен Давыдов, Айҙар Тойғонов (Баймаҡ); 2014-2015 йылғы ҡыҙҙар араһында: Мәрйәм Байсыуаҡова, Камилла Ғәҙелшина, Зөлхизә Байсыуаҡова (Баймаҡ); 2012-2013 йылғы малайҙар араһында: Лев Будачек, Артем Золотухин, Арыҫлан Иҫәнгилдин (Баймаҡ); 2010-2011 йылғы үҫмерҙәр араһында: Данис Һунаршин, Ислам Яҡшығолов (Баймаҡ), 2009 йылғы үҫмерҙәр араһында: Солтан Арыҫланов, Фәнзил Килдебаев, Айҙар Усманов (Баймаҡ); 2009 йылғы ҡыҙҙар араһында: Камилла Ҡолманбәтова (Сибай); 18-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар: Айгөл Ғәлләмов (Баймаҡ); 31-40 йәшлек ирҙәр араһында: Илшат Өмөткужин (Асҡар), Таһир Әхмәтов (Сибай), Шәриф Ямантаев (Мерәҫ), 31-40 йәштәге ҡатындар араһында: Люциә Иҫәнғолова (Бикеш), Азалия Әхмәтова (Сибай); 41-50 йәштәге ирҙәр араһында: Айнур Абдуллин, Ғафүр Рахманғолов, Нур Яҡшығолов (Баймаҡ), 41-50 йәштәге ҡатындар араһында: Елена Савченко (Баймаҡ); 56 йәштән өлкән ирҙәр араһында: Илдар Әбсәләмов, Рәил Ишморатов (Сибай); 56 йәштән өлкән ҡатындар араһында Рита Ҡоланбаева (Таулыҡай) билдәләнде. Еңеүселәр һәм призерҙар Почет грамоталары, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнде. Йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге, яугир Тимерйән Рәжәповтың туғандары ярышта ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен еткерҙе.

Гүзәл САЛИХОВА.

Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас