Новости
16 Февраль , 04:05

Һаман иҫтә Афган шаңы...

Ярат урта мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн <Һаман иҫтә Афган шаңы...> тигән Батырлыҡ сәғәте үтте. Сараға яугир-интернацианалистар, Ғүмәр ауылынан Айрат Сәлих улы Янтов һәм Йәрмөхәмәт ауылында тыуып, хәҙерге көндә Межьгоре ҡалаһында йәшәүсе Мәжит Хаммат улы Яуғастин килгәйне

13 февралдә Ярат урта мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн <Һаман иҫтә Афган шаңы...> тигән Батырлыҡ сәғәте үтте. Сараға яугир-интернацианалистар, Ғүмәр ауылынан Айрат Сәлих улы Янтов һәм Йәрмөхәмәт ауылында тыуып, хәҙерге көндә Межьгоре ҡалаһында йәшәүсе Мәжит Хаммат улы Яуғастин килгәйне. Сара башында тарих уҡытыусыһы Т.М. Ишимбетова Афган һуғышы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргәс, уҡыусылар һүҙ алды. Улар Ярат ауылы биләмәһенән Афган һуғышында ҡатнашҡан 8 яугир-интернационалист менән таныштырҙы.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 4-әүһе беҙҙең арала юҡ инде.
Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.
А. С.Янтов 1978 йылда әрме сафына алынып, Афган һуғыш башында, 1979 йылда, һуғышҡа ебәрелһә, ә М.Х.Яуғастин һуғыштың аҙағында, класташы дуҫы, Ишҡыуатов Хәйҙәр Айса улы менән, 1989 йылда, Афганистан еренә ебәрелә. Һәм улар афган еренән иң аҙаҡҡы булып сыҡҡан совет һалдаттары араһында була. Улар үҙҙәренең бала саҡтары, мәктәптә уҡыу йылдары һәм әрме сафындағы хәтирәләр- иҫтәлектәре менән бүлештеләр.Уҡыусыларға белемгә ынтылырға, физик яҡтан ныҡ булырға, <башҡорт> тигән исемгә
тап төшөрмәҫкә, тип теләктәр теләнеләр.
Сараның икенсе өлөшөндә, Хәрби патриотик айлыҡҡа, Ватан һаҡсылары көнөнә арналған мәктәп буйынса шашка ярышына йомғаҡ яһап, Мәжит Хаммат улы менән бер үк ваҡытта шашка уйнау сеансы үтте. Мәктәптең иң көслө шашкистары- 6 класс уҡыусыһы Мырҙабулатов А., 3 класс уҡыусыһы Үҙәнбаев Р. һәм Үҙәнбаева Н. 10 кластан булды. Афариндар!
Артабан спортзалда <Йәгеҙ әле, егеттәр!> ярышы үтте. Ярышта егеттәр үҙҙәренең етеҙлектәрен, таһыллыҡтарын, маһирлыҡтарын һынап ҡаранылар. Афариндар!! Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, өс йыл рәттән яугир-интернационалист М.Х. Яуғастин шашка һәм <Йәгеҙ әле, егеттәр!> ярышының бағымсыһы булып тора. Уҡыусыларҙы дәртләндереп торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!А
Барлыҡ ир-егеттәрҙе,, Ватанды һаҡлаусылар "көнө менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, уңыштар теләп ҡалабыҙ! Һуғыштар бөтөп, йорт-илдәр тынысланһын, Аллаһ бирһә.

Сәжидә Мырҙаҡаева, география һәм ОБЖ уҡытыусыһы.

Һаман иҫтә Афган шаңы...
Һаман иҫтә Афган шаңы...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас