15 февраль – Афғанстанда Совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнө
Юлай Самарбаев – афған яуын үткән яугир. Ул йылдарҙан өс тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, һыҙланыу-ыңғырашыуҙар әле булһа уны оҙатып килә. Ҡолағында һаман да тауҙарҙа шартлаған тауыштар яңғырай, бергә хеҙмәт иткән егеттәренең һәләк булыуын төшөндә күреп, уянырға мәжбүр итә.
- Иң ауыры – хеҙмәттәштәребеҙҙең ата-әсәләренең күҙенә күренеү, - тине Юлай Һөйөндөк улы. – Батырҙарса һәләк булаған улдары өсөн үҙеңде ғәйепле тойоу тынғы бирмәй. Улар – юҡ, ә һин – тере. Утыҙ биш йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла ул мәңгелек яра булып ҡала.
Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Юлай Самарбаевҡа Афғанстанда барған хәрби бәрелештең тәүге йылдарында уҡ ҡатнашырға тура килә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, теүәл фәндәрҙе тик яҡшы билдәләргә генә белгән уҡыусыны Өфө дәүләт авиация-техник университетына әҙерләйҙәр. Ләкин ул ауыл хужалығы өлкәһен үҙ итә. Баймаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә.
- Силәбе тракторҙар эшләү заводынан практиканы бөтөп ҡайтһам, класташтарым армияға китә башлаған, - тине Юлай Һөйөндөк улы хәтирәләргә бирелеп. - Миңә, уҡыуыңды бөткәс барырһың, тип көҙгө саҡырылышҡа ҡалдырырға уйланылар. Ебәрмәһәгеҙ, кабинетығыҙҙан сыҡмайым, тип хәрби комиссарҙың алдында ныҡышып ултырыуымды дауам иттем. Аптырағандан ул, иртәгә үк юлға сығаһың, тип рөхсәт бирҙе. Әҙерләнергә ике көн һорап, уҡыуымды ла бөтмәй, армияға киттем.
Был көн 1980 йылдың 10 майы була. Бер төркөм яңы хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе Өфөнән Ашхабадҡа оҙаталар. Бында ярты йыл хәрби әҙерлек үтәләр. Был ваҡытта Афғанстанда хәрби бәрелештәрҙең башланып ҡына торған сағы була. Шуға күрә лә йәш һалдаттар менән ныҡлы әҙерлек үткәрәләр. Бөтә төр ҡоралдан атырға, техниканы йөрөтөргә, хәрби тактика алып барырға өйрәтәләр. Ноябрь аҙағында бер төндә уларҙы самолетҡа тейәп, Афғанстанға оҙаталар. Бында ул 149-сы мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.
- Килеп төшкәс тә, ундағы тормошто беҙҙеке менән сағыштырып, йәшәйештәрен күреп, бер аҙ аптырауға ҡалдыҡ, - тип хәтирәләргә бирелде кисәге яугир. – Тап шунда үҙебеҙҙең Тыуған ил, тыуып үҫкән ауылым ожмахҡа тиң ерҙәр икәнлеген аңланым.
Хәрби бәрелеш ваҡытында Юлай Һөйөндөк улы ике тапҡыр яралана. Шунлыҡтан яугиргә оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә. Бер көн уның янына Хәйбулла районынан бергә хеҙмәт иткән дуҫ егете Усман Хәсәнов ҙур ғына ҡарбуз тотоп килеп инә. Ул хәрби заданиеға китеп барыуын, шунлыҡтан ваҡытының тарлығын белдерә һәм ҡайтҡас та кире инеп сығырын әйтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул яуҙа Хәсәндең ғүмере өҙөлә. Юлай Самарбаев хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уның туғандарында булып, дуҫының ҡәберенә барып баш эйә.
Яугир бергә хеҙмәт иткән егеттәрен бөгөн дә һағынып иҫкә ала. Баймаҡтан Азамат Вәлиев, Әминдән Рәсих Юлмөхәмәтов, Ишмөхәмәттән Зәбир Үлйәбаев, Әлшәйҙән Рауил Мөдәрисов, Бүздәктән Фәзит Мусиндар менән бергә яуға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре афған ерендә һәләк була.
- Беҙҙе, һалдаттарҙы, армияла ныҡ ҡаранылар, - тине Юлай Самарбаев. – Ҡорал, кейем яғынан өҙөклөктәр булманы. Тәүҙә беҙҙең БМП тауға ҡарап ата алмай ине. Конструкторҙар килеп өйрәнгәс, уны шунда уҡ яңыртып сығара башланылар. Бер аҙҙан тауҙарҙа һуғыш алып барыуға яраҡлаштырылған БМП-2 техникаһы алып килделәр. Әгәр техника шарталай ҡалһа, иң тәүҙә механик-водитель, ҡабырғала ултырған оператор-наладчик юҡ буласаҡ. Шуны иҫәпкә алып, конструкторҙар тағы ла эшкә тотондо. Күп тә үтмәй, һаҡланыу ҡоролмалары менән нығытылған яңы БМП ҡабул итеп алдыҡ. Шулай уҡ бронежилеттарҙы ла үҙгәртеп ҡороуға беҙ сәбәпсе булдыҡ. Автомат магазиндарын күпләп үҙең менән йөрөтөү өсөн броняларҙың плиталарын алып ташлап, унда магазиндар тыға торғайныҡ. Быны күреп ҡалғастар, беҙгә уның өсөн айырым яраҡлаштырылған жилеттар алып килделәр.
Юлай Самарбаевтың хәрби хеҙмәте аҙағына яҡынлаша. Ләкин уларҙың төркөмө 1982 йылда Панджшер тарлауығын дошмандарҙан азат итергә бойороҡ ала. Хйәрби задание ике айға яҡын дауам итә. Һөҙөмтәлә ҡайтырға ваҡыт етһә лә уға тағы ла ай ярымға тотҡарланырға тура килә.
- Афғанстанда беҙҙең ауыл биләмәһенән дә егеттәр хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу ҡырында Дамир Самарбаевтың ғүмере өҙөлдө, - тине Юлай Һөйөндөк улы. – Йәмил Самарбаев бөгөн – Өфө ҡалаһында, Камил Сөнәғәтуллин – Баймаҡта, Илһам Мусин – Түбәнге Иҙристә, Ихсан Ғайсин Үрге Иҙрис ауылында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнил Солтанов та мәрхүм булып ҡалды.
Юлай Самарбаев армиянан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Йәш белгес ҡулына диплом алғас, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозға эшкә ҡайта. Баш инженер булып хеҙмәт юлын башлай. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, колхоз да тарҡала. Шул сәбәпле, Юлай Самарбаев ғаиләһе менән Баймаҡҡа күсеп килә. Бер аҙ “Урал аръяғы” МТС-ында инженер булып эшләй. Һуңынан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалына эшкә килә. Бөгөн ул сәнәғәт, газ һәм электр ҡоролмалары буйынса дәрестәр алып бара. Студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы ла ул. Күптәр диплом эшендә нәҡ уның етәксе булыуын теләй.
- - Ир-егеттәрҙең ғүмере икегә бүленә: армияға тиклем һәм унан һуңғы, - тине Юлай Һөйөндөк улы. – Армияға киткән һәм ҡайтҡан ваҡыттағы фотоларымды сағыштырып ҡараһам, шул ҡәҙәр айырма ҙур. Барғанда 18 йәшлек кенә бала булһам, ҡайтҡанымда утты-һыуҙы кискән ир-егеткә әйләнгән инем. Тормошҡа ҡарашым да үҙгәрҙе. Тап шунда яҡындарыңды, тыныс тормошто ҡәҙерләргә кәрәклеген аңланым. Бөгөн балаларыма ғына түгел, студенттарыма ла тормош һабаҡтары бирәм.
Юлай Самарбаев – Баймаҡ районының Афғанстанда хеҙмәт иткән яугирәр ойошмаһы етәксеһе. Армиялағы хеҙмәте өсөн “Мәрхәмәтле Афған халҡынан”, “СССР хәрби көстәренә – 70 йыл” миҙалдары, “Яугир-интернационалист” билдәһе, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы һәм юбилей миҙалдары менән наградланған.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.