Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Февраля , 11:35

“Беҙгә уңайлыҡтары булған клуб кәрәк”

Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Халыҡ йыйынында улар бер тауыштан мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңыртырға, тигән тәҡдимде хуплап сыҡты. 1983 йылда сафҡа ингән бинаға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған. Яҙлы-көҙлө уның ҡыйығынан һыу аға. Һөҙөмтәлә был ҙур проблема тыуҙыра. 

Әйтергә кәрәк, Түбәнге Иҙрис ауылы клубында дүрт халыҡ исемен алған ансамбль бар. Бынан тыш уҡыусыларҙың “Йәшлек” бейеү ансамбле лә уңышлы эшләй. Халыҡ таланттарына бай төбәктә бөтә уңайлыҡтары булған мәҙәниәт йортоноң булыуы көн кеүек асыҡ.

 “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы талаптарҙы атҡарып сығыу өсөн инициатив төркөм булдырылған. Ул халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.

Рәсимә Халиҡова,

мәҙәни ойоштороусы.

“Беҙгә уңайлыҡтары булған клуб кәрәк”
“Беҙгә уңайлыҡтары булған клуб кәрәк”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас