Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф-балетмейстер Гөлназ Аҡназарова вафат.
Гөлназ Вәкил ҡыҙы республикабыҙҙың мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес ине. Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында, унан Башҡорт дәүләт университетында, Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында белем алған. 1993 йылдан яҙмышы Сибай менән бәйле. Ҡалалағы филармонияла «Сибай» халыҡ бейеү ансамбле булдырып, уның художество етәксеһе, бейеүсе булып танылған. Хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған, ойоштороу һәләтенә эйә талантлы йәш белгескә артабан Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе бурысын ышанып тапшыралар. Гөлназ Вәкил ҡыҙы мәҙәниәт учреждениеһын юғары кимәлгә күтәреүгә, киң танытыуға өлгәшә.
2005-2016 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса белгес була.
"Юлдаш" радиоһы мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Гөлназ Вәкил ҡыҙының йәне йәннәттә булһын!