+21 °С
Болотло
Күптән түгел Ҡолсора ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов халыҡ менән осрашыу үткәйне. Унда ата-әсәләр Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге бейеү ансамбленә сәхнә кейемдәре алыу өсөн ярҙам итеүен һораны. Азамат Сәфәрғәле улы һүҙендә торҙо. Ошо маҡсатта мәрхәмәтлелек фондынан 200 000 һум аҡса бүленә. Һөҙөмтәлә ауылдың "Йәшлек"халыҡ бейеү ансамбленә 10 бүрек, 8-әр ситек һәм сәхнә күлдәктәре алыуға өлгәшә.
- Бына бит ысын хужа ниндәй була! Мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн балалар, ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Рәсимә Әнүәр ҡыҙы.